Республиканың төп театры үҙ тамашасыларына Гүзәл Яхина әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим итте. Зөләйханың асылған күҙҙәре аша тарихҡа яңынан байҡау. Золом ҡорбандары яҙмышы ғына түгел, ә ил үткәне. Спектакль маҡсаты-замандаштарыбыҙға уҙғанды тағы ла бер таҡыр иҫкә төшөрөү, хәтергә алыу.Кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә оҙатылған Зөләйха Вәлиеваның яҙмышы утыҙынсы йылдарҙа Башҡортостандағы төпкөл ауылдарҙа көн иткән бихисап ғаиләләргә хас осраҡтарҙың береһе. Улай ғына түгел, был роман ниндәй ауыр хәлдәрҙә лә кешелеклек сифатын юғалтмағандар тураһында. Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова кәүҙәләндергән убырлы ҡарсыҡ роле иһә әкиәт геройы түгел. Был образды күрәҙәсе, йәки, әүлиә итеп ҡабул итергә кәрәк.“Зөләйхә күҙҙәрен аса” драмаһы бөгөн дә көнүҙәк. Ул тарихты ғына сағылдырмай. Гүзәл Яхина әҫәре кешелекте ҙур хаталарҙан иҫкәртергә тырышҡан роман.“Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле академтеатрҙағы һуңғы осорҙа ҡуйылған иң уңышлы сәхнә преоктатры иҫәбенән. Драманың “Алтын битлек” премияһына дәғүә иетрлек мөмкинлеге лә бар.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера
Тулыраҡ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера