Өфөнөң ҡаты ҡалдыҡтар полигонында сыҡҡан ыҙғыш экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал

Тулыраҡ: Өфөнөң ҡаты ҡалдыҡтар полигонында сыҡҡан ыҙғыш экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал

Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы 1 аҙна тирәһе бөтә сүп-сарҙы эшкәртмәйенсә полигонға түгә, ә берҙән-бер сортировкалау пункты эшһеҙ тора. Сүп-сар сортировкалау комплексында инде аҙна тирәһе сеймал көтөп ала алмайҙар. Һәр фатирҙан сығарылған ҡый ошонда айыртылырға тейеш. Аҙаҡ улар ошондай брикеттарға пресслап ҡабаттан эшкәртеүгә оҙатыла. Әммә бөгөн ҡый тейәгән йөк автомобилдәре сортировка пунктына инмәйенсә тура полигонға күтәрелә. Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы водителдәре етәкселектең сүпте айыртыуға индермәҫкә тигән бойороғона буйһоноуын белдерҙе. Быға үҙ сиратында ике ойошма араһында сыҡҡан аңлашмаусанлыҡ сәбәпсе.Ә бына муниципаль предприятие иһә эшҡыуарҙы ғәйепле күреү яҡлы, йәнәһе, улар ҡый менән ингән машиналарҙы үҙҙәре кире ҡыуа.Сүп-сар өсөн ғауға дауам иткәнсе Яңы Черкассы ауылы янындағы ҡыйлыҡ үҫкәндән үҫә, 106 гектар майҙанды биләгән был тау 9 ҡатлы йорт бейеклегенә еткән. Полиэтилен, пластик, хатта тимер, меңәр йылдар буйына серемәй торған быяла бөгөн тере килеш ерга ауҙарыла. Көнөнә Өфөләге рәсми эшләгән берҙән-бер ҡаты ҡалдыҡтар полигонына йөҙәрләгән йөк автомобиле инеп ҡый ауҙара, ә был 6 мең кубометр, быға тиклем шуныҡ 1 мең ярымын булһа ла айыртыуға ебәрелә ине. Шул уҡ ваҡытта “Спецавтохозяйство” был хәлдә журналистарҙың төпсөнөүен бер ҙә оҡшатмай.Экологтар үҙ сиратында әлеге хәлде хоҡуҡи нигеҙҙә хәл итергә кәрәк тигән фекерҙә. Өфө миллионлы ҡалалар араһында ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү йүнәлешендә ауыр хәлдәге муниципалитеттар исемлегендә. Ә бындай ваҡиғалар экология торошон тағы ла ҡатмарлаштыра. Хәл алдағы бер-ике йылда үҙгәрергә тейеш. Рәсәйҙә 2019 йылдан бөтә сүп-сарҙы мотлаҡ сортировкалау һәм ҡабаттан эшкәртеү талабы ғәмәлгә инергә тейеш.