Тағы ниндәй серҙәр һаҡлайһың һин, Шүлгән таш?

Тулыраҡ: Тағы ниндәй серҙәр һаҡлайһың һин, Шүлгән таш?

Башҡортостанда донъя фәне өсөн баһалап бөткөһөҙ асыш. Шүлгән-таш мәмерйәһендә үҙенсәлекле һүрәт табылды. Билдәле реставратор Эудаль Гийомет етәкселегендәге Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге экспедицияһы беҙҙең эраға тиклем 14 меңдән 40 мең йылға тиклем арауыҡта төшөрөлгән ике үркәсле дөйә һүрәтен таба. Ике йыл буйына дауам иткән ныҡышмалы эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Эудаль Гийомет етәкселегендә Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре таш быуаттың иң боронғо осоро, беҙҙең эраға тиклем 14 мең йылдан алып 40 мең йылға тиклем элек төшөрөлгән ике үркәсле дөйә һүрәтен таба. Бындай табыш Шүлгән-таш мәмерйәһенең кешелек тарихын өйрәнеүҙә мөһим әһәмиәткә эйә булыуын раҫлай һәм уны Европалағы Альтамира, Ласко, Шове мәмерйәләре менән бер рәткә ҡуя. Шүлгән таштың Юнесконың бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инеү мөмкинлеген дә бермә-бер арттыра. Меңәрләгән йылдар дауамында һүрәттәр тулыһынса кальцит менән ҡапланған. Уларҙы таҙартыу өсөн белгестәргә 1 ай ныҡышмалы эш талап ителә. Был панноны табыу, тағы ла бер тапҡыр Башҡорт еренең үҙенсәлекле һәм бай тарихлы икәнлеген раҫлай. Мәмерйәлә дөйә һүрәте төшөрөлөүен белгестәр эргәлә далаларҙың яҡын урынлашыуы менән дә аңлата. Был тик бары яҡынса фараздар ғына. Реставраторҙар әйтеүенсә, дөйә һүрәте быға тиклем Монголия мәмерйәһендә лә осраған, ә бындай үҙенсәлекле һүрәт донъяла әле берәү генә.Реставраторҙар әйтеүенсә, Шүлгән-таш мәмерйәһе әле лә бик күп серҙәр һаҡлай һәм беҙҙе алдағы йылдарҙа ла ошондай үҙенсәлекле асыштар көтә әле.Бөгөн беҙҙең телерадиокомпанияның медиа үҙәгендә Шүлгән таш мәмерйәһендә табылған ике үркәсле дөйә һүрәтенә бәйле мөһим фәнни белдереүҙәр яһалды. Был турала яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.