Тарихи ҡомартҡыға теймәгеҙ

Тулыраҡ: Тарихи ҡомартҡыға теймәгеҙ

Өфөнөң Тракт урамында йәшәүселәр юлдың насарлығына зарлана. Был урам баш ҡаланың тарихи ҡомартҡыһы, шунлыҡтан юлды боҙорға ярамай. Халыҡ иһә ниндәйҙер уртаҡлыҡ табыуҙы һорап мөрәжәғәттәр яуҙыра. Әбей батша һалдырған 200 йыллыҡ юл урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра башлаған.... Урыны урыны менән барлыҡҡа килгән соҡорҙар автоһәүәҫкәрҙәргә ҡамасаулай. Ә инде көн һыуытып ташты боҙ ҡапланымы, үргә бөтөнләй менерлек түгел. Владислав Череута был урамда 30 йылдан ашыу йәшәй. Таш юлда хәҙер йәйәүле түгел, машина ла саҡ йөрөй, түрәләр ошо хәлгә иғтибар итһендәр ине,ти ветеран.Халыҡ боронғо юл бер кемгә лә кәрәкмәй, мәҙәни ҡомартҡы тип иғлан ителгән икән уны тәртиптә тороу кәрәк, тигән фекерҙә. Тракт урамында йәшәүселәргә ашығыс ярҙам, такси саҡыртыу ҙа ҡыйынға тура килә. Боронғо юл ташландыҡ хәлдә булғанлыҡтан күптәр уны урап үтергә тырыша. Шулай ҙа халыҡ араһында төрлө фекерҙәр бар. Зиннур Юматчиков тарихи ҡомартҡыны мотлаҡ һаҡлап ҡалыу яғында.Өфөнөң Тракт урамы Башҡортостанда иң боронғоларҙан һанала. Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, таш юлды 18-се быуатта Батшабикә Екатерина икенсе ҡушыуы буйынса һалалар. Тракт урамында йәшәүселәр ҙә шундай фекерҙә. Тик тарихи ҡомартҡы булғанлыҡтан юлды боҙорға ярамай. Шуға ла халыҡ Өфө ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы һорай.