“Салауат Юлаев” хоккейсылары Ҡазандың “Аҡ барсы” менән сираттағы уйынын үткәрә. Быға тиклем уйында Башҡортостан командаһы 5 кә 0 иҫәбенә еңелгәйне. Ул арала хоккей белгестәре Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры Эркка Вестерлунд миҙгел аҙағына тиклем вазифаһынан китергә тейеш, тигән белдереүҙәр яһай. Фин тренеры иһә еңелһәм дә, мин енәйәтсе түгел,тип яуап ҡайтара. “Юлаевсылар” һуңғы ун уйында 8, миҙгелдә 20 тапҡыр еңелде. Көйәрмәндәр араһында ла ризаһыҙлыҡ артҡандан-арта. Хоккей белгестәре әйтеүенсә, ашығыс саралар күрелмәһә “Салауат Юлаев” клубының плей-оффҡа ла эләкмәүе ихтимал.
“Юлаевсылар” өсөн бөгөн хәл иткес уйын. Йәшел дерби
Тулыраҡ: “Юлаевсылар” өсөн бөгөн хәл иткес уйын. Йәшел дерби