Ишетеү һәләте сикләнгән спортсыларҙың олимпия уйындары дүрт йыл һайын ҡабатланып тора. Быйыл Төркиәлә үткән ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 10 спортсы сығыш яһап 4 алтын, 6 көмөш, 1 бронза миҙал яуланы. Еңеүселәр һәм уларҙы тәрбиәләгән тренер, уҡытыусыларға дәүләт наградаларын Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов тапшырҙы. Башҡортостандың йөҙөн донъяға танытҡан уңышлы спортсылар менән ғорурланабыҙ, тине Хөкүмәт рәйесе.
Бөгөн Өфөлә сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙҙы бүләкләү тантанаһы үтте
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙҙы бүләкләү тантанаһы үтте