Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 260 урынға иҫәпләнгән. Хәҙер сабыйҙар иркен, яҡты һәм заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә шөғөлләнә, ял итә. Был төркөм яңы ғына ойошторолған. Сабыйҙар бер-береһен әле белеп тә бөтмәй. Әммә, төрлө балалар баҡсаһынан йыйылған малай-ҡыҙҙарҙы уйын берләштерә. Балалар баҡсаһында музыка һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн залдар бар. Ата-әсәләр өсөн дә шарттар булдырылған.Балалар баҡсаһында 12 төркөм буласаҡ. Әле улар туплана ғына. Сабыйҙар өшөмәһен өсөн беренсе ҡаттағы бүлмәләрҙә иҙәндәр йылытыла. Тышта 30 градусҡа тиклем һыуытһа, өҫтәмә йылытыу системаһы тоҡана. Балалар баҡсаһы заманса эшләнгән, бында аш-һыу бешерелә, был бүлмәлә икмәк киҫәләр, сыр ҡырҡалар. Ә ошонда бәләкәй генә лифт бар. Уның ярҙамында икенсе ҡатҡа ризыҡ оҙатыла. Был иһә тиҙ арала балаларҙы йылы аш менән тәъмин итергә ярҙам итә. Тик, әлегә ул тоташтырылмаған.Башҡортостан етәксеһе төҙөлөш эштәрен шәхсән килеп ҡараныв. Объектты сафҡа индереү өсөн республика бюджетынан 150 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Балалар баҡсаһы яңы биҫтәлә төҙөлгән. Бында күберәген йәш ғаиләләр төпләнә. Шуға күрә, балалар күп. Был аҙнала эшләй башлаған объект башҡа балалар баҡсаларындағы көсөргәнешлекте кәметергә ярҙам иткән. Дәүләкәндә әле 3 йәшкә тиклемге 600-ҙән ашыу сабый сират көтә. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында киләсәктә 240 урынға иҫәпләнгән тағы ла ике балалар баҡсаһы төҙөү ҡарала.
Дәүләкәндә балалар баҡсаһы сафҡа инде
Тулыраҡ: Дәүләкәндә балалар баҡсаһы сафҡа инде