30 ноябрь иртәнге сәғәт унда Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. “Башҡортостан 24” һәм Башҡортостан Юлдаш телеканалдарында тура трансляция ойоштороласаҡ.Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә илдең сәйәси һәм иҡтисади мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төбәктең үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләүсе төп документ. Йәмәғәтселек уны дөйөм стратегия булараҡ ҡабул итә. Рөстәм Хәмитов Парламентҡа һигеҙенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. Республика башлығы сығышында иҡтисад мөһим урын алып тора. Бик күп тармаҡтарҙың артабанғы үҫеше тотороҡло иҡтисадҡа бәйле. Тормош сифатын яҡшыртыуға ла Рөстәм Хәмитовтың сығышында шаҡтай ҙур әһәмиәт бирелә.
Йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы
Тулыраҡ: Йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы