Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Индонезия хакимиәте Бали утрауынан туристарҙы эвакуациялай. Уларҙы паромдарҙа Ява һәм Ломбоу уртауҙарына сығаралар. Агунг вулканы атылған биләмәлә Рәсәйҙән әле 300 турист ял итә. Рәсәй илселегенән хәбәр итеүҙәренсә, Бали утрауында ҡалыусыларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янай. Вулкандың әүҙемлеге тағы ла артасаҡ, тип фаразлай сейсмологтар.
  • Мәскәүҙә электробустың яңы моделе киң йәмәғәтселеккә күрһәтелде. Тиҙҙән ул яғыулыҡта эшләүсе барлыҡ троллейбустарҙы, һуңынан автобустарҙы ла алмаштырырға тейеш. Йыл аҙағына тиклем Мәскәү ҡала хакимиәте 300 электробус һатып алыуға конкурс иғлан итәсәк.
  • Ҡытайҙың Нинбо ҡалаһында көслө шартлау яңғыраған. 2 кеше һәләк булған, тиҫтәләгән кеше ауыр хәлдә. Шаһиттар бер-нисә йорттоң тулыһынса емерелехе тураһында хәбәр иткән. Шартлау сәбәптәре билдәле түгел.
  • Румынияла хөкүмәт тәҡдим иткән закон проекттарына ҡаршы күләмле акциялар үтә. Манифестанттар суд системаһын үҙгәртеүгә ҡағылышлы ҡанундарҙы ҡабул итмәҫкә саҡыра. Улар фекеренсә, закон проекттары коррупция өсөн язаны йомшарта.