“Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан” каналы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Тулыраҡ: “Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан” каналы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Беҙҙең телерадиокомпанияның “Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйынса сәйәхәт” тапшырыуы “СМИротворец” конкурсында телевидение номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Кантюкованың “Солоҡ балы” тураһындағы сығарылышын жюри юғары баһаланы. Ижади бәйгелә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 9 меңдән ашыу эш ҡатнашҡан.