Әйтер һүҙем йөрәк һүҙе

Тулыраҡ: Әйтер һүҙем йөрәк һүҙе

“Рәсәй-Башҡортостан” каналында тәүге тапҡыр эфирға сыҡҡан “Әйтер һүҙем бар” проекты хәҙер республика кимәлендәге шиғриәт байрамына әйләнә. Нәфис әҙәбиәттең иң юғары өлгөләренең береһен үҙ итеүселәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йыйылды. Бынан ике йыл элек тәүге тапҡыр телевидение эфирында ауаз һалған был проект бөгөн ысын мәғәнәһендә меңәрләгән уҡыусыны шиғриәт донъяһына кире ҡайтарҙы. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр хәҙер ижад ҡомарына һыуһаған әҙәбиәтселәргә, улар ижадын үҙ итеүселәргә ҡор майҙанына әүерелде. Әҙәби кисә бөгөнгө башҡорт поэзияһының хәлен асыҡ сағылдыра. Милли шиғриәтең ҡайтанан аяҡҡа баҫыуы. Өфөләге байрамды ойоштороусылар фекере лә шундай.Был проекттың хәҙер офоҡтары киңәйә. Уның республика ғына түгел, ә сит төбәктәрҙә лә үткәрелә башлауы ихтимал. Сөнки шиғриәттең сиктәре юҡ. Башҡорт шиғриәте бөгөн үҫеш юлында. Миллиә әҙәбиәт 70-се,80-се йылдарҙағы кеүек үк ҡабаттан аяҡҡа баҫа. Һәр кемдең йөрәктән сыҡҡан әйтер һүһе бар.Бөгөн милли шиғриәт шиғриәткә түгел, ә һүҙ оҫталарына мохтаж. Тамашанан һуң халыҡтың таралмайынса фекер алышыуы ла ошо турала һөйләй.