Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе 59 йәшлек Әхмәҙулла Мырҙабаев үҙ көсө менән бөтә ерҙән үтә алған машина эшләгән. Әхмәҙулла Мырҙабаевтың һәр көнө гаражда үтә. Бәләкәй сағынан ул үҙ ҡулдары менән трактор, йә иһә машина эшләү хыялы менән йәшәй. Ниһайәт, үҙ маҡсатына ирешә. Оҫта бөтә ерҙән үтә алған машина эшләй. Хәҙер насар юлдар минең өсөн ҡурҡыныс түгел, ти оҫта.Әхмәҙулла Мырҙабаевты ауылда тимер оҫтаһы ла, тиҙ ярҙам ағай, тип тә йөрөтәләр. Ғүмере буйы ул метал, көнкүрештә ҡулланырға яраҡлы әйберҙәр эшләү менән булыша. Оҫтаға ауыл халҡы ла ярҙам итә. Тырыш хужа тиҙҙән бөтә ерҙән үтә алған машинаның түбәһен ҡаплап тышҡы яғын матурлағас, тағы ла үҙенсәлекле әйбер өҫтөндә эшләү теләге менән йәшәй. Тик бының өсөн һаулыҡ һәм тимер генә булһын.Төрлө металдан йыйылған тимер атта хәҙер һәр кем йөрөй ала. Иң мөһиме уны яратырға һәм дөрөҫ аңларға ғына кәрәк, ти хужа. Ғүмер буйы тракторҙа йөрөгән Әхмәҙулла Хәбибулла улының тағы бер шөғөлө бар. Сит ҡалаларҙан ул трактор уйынсыҡтарын һатып ала. Шуларҙың бер нисәүһендә үҙем йөрөп ҡараным, уларҙың һәр береһе минең өсөн ҙур иҫтәлек, ти ул. Әхмәҙулла Мырҙабаевтың ҡатыны ла һәләтле. Бер нисә көн эсендә генә ул балаҫ, япмалар бәйләй. Ғаиләнең көнө буш үтмәй.Ғаилә башлығы тимер ат менән ауылдаштарына ярҙам итһә, хужабикә сигеү әйберҙәрен бүләк итеп яҡындарын ҡыуандыра. Мырҙабаевтар ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булып тора.
Эш беләктә түгел, йөрәктә
Тулыраҡ: Эш беләктә түгел, йөрәктә