Уларҙың ғәйебе менән көн дә тиерлек юл-транспорт фажиғәләре теркәлә. Күп осраҡта йәйәүлеләр язаһыҙ ҡала. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Йәйәүле” операцияһын иғлан итте. Был ҡот осҡос авария күптән түгел генә Өфөнөң Цурюпа урамынды теркәлгәйне. Оло йәштәге ир юлды тәғәйен урындан сыҡмайынса, автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ҡала. Йәйәүлеләр ғәйебе менән быйыл ҡына Өфөлә 163 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәҙер водителдәрҙе генә түгел, йәйәүлеләрҙе лә язаға тарттыра башланы. Пушкин һәм Театр урамдары — иң йәнле урындарҙың береһе. Студенттар, оло йәштәгеләр автобустан төшәләр ҙә, зебраға барып етмәйенсә юлды турыға сығырға тырыша. Юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алыусы Эмиль Ҡәҙерғоловҡа ҡарата ла административ прокол төҙөлдө. Инспекторҙар әйтеүенсә, быйыл ғына йәйәүлеләр ғәйебе менән Өфөлә 510 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. 17 кеше һәләк булған, ә 509 кеше ҡаты тән йәрәхәттәре алған.Урамда күптәр юл ҡағиҙәһен үтәмәй. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындан түгел, ә автомобиль, автобус алдынан йүгереп үтеп үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя.... бер-нисә минут эсендә генә автоинспекторҙар тиҫтәләгән тәртип боҙоусыны туҡтатты.