Бер көндә тыуғандар, хатта исем-шәрифтәре лә бер иш

Тулыраҡ: Бер көндә тыуғандар, хатта исем-шәрифтәре лә бер иш

Улар туған түгел, ә осраҡлы ғына рәүештә шулай килеп сыҡҡан. Өфөлә йәшәүсе Мәскәүҙә үҙенең игеҙәген тапҡан. Тик был табыш Владимир Васильевҡа зыян ғына килтерә. Бөтөнләй сит кешенең штрафтары Өфө пенсионеры исеменә яҙылып бара. Хатта автомобиленә теркәү эштәренә сикләү һалынған. Иҫәпкә бар, һанға юҡ. Күптән инде эшлектән сыҡҡан автомобилен хужаһы иҫәптән төшөрә алмай. Двигателен саң баҫҡан, үрмәкес ауы ҡаплаған. Өфөлә йәшәүсе Васильевтар ғаиләһе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына машинаһын иҫәптән төшөрөргә барып, шаҡ ҡатырғыс хәбәр ишетеп ҡайта. Баҡтиһәң, уларҙың тик ултырған транспорт сараһына бөтөнләй сит кешенең бурысы арҡаһында сикләүҙәр һалынған. Дәүләт автоинспекцияһының сайтына инеп, үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, был хәлгә ышанмаған Васильевтар. Тыуған көндәре, исем-шәрифтәре лә тулыһынса тап килгән аҙашының бурыстарын Өфө пенсионерына яҙғандар. Был яңылышлыҡты төҙәтеүҙе һорап, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһендәр — яуап юҡ. Был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн суд приставы менән бәйләнешкә индек.Интернет киңлектәрендә мәғлүмәттең йәшен тиҙлегендәй таралған заманда тап ошо документтың хатта ике ай эсендә лә килеп етмәүе сәйер. Ә Өфө пенсионерҙарына һаман да ҡулланмаған автомобиль өсөн үҙ кеҫәһенән һалым түләргә тура килә. Ә Владимир Ивановичтың ҡулланышта булған тағы ла бер машинаһы бар. Иң ҡурҡынысы — уға, йәки тағы ла берәй мөлкәткә йәнә арест һалыуҙары, ти Васильевтар.