Константин Толкачев граждандар һорауҙарына яуап бирҙе

Тулыраҡ: Константин Толкачев граждандар һорауҙарына яуап бирҙе

Видеобәйләнеш ярҙамында ойошторолған әңгәмәлә республиканың тиҫтәнән ашыу ҡала һәм райондарында йәшәүселәр ҡатнашты. Төбәк иҡтисадының артабанғы үҫеше, мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр. Константин Толкачевҡа бирелгән һорауҙарҙың күбеһе ошоларҙан ғибәрәт ине. Күмертауҙағы Маячный ҡасабаһында йәшәүселәр урында балалар баҡсаһы булмауына хафалана. Граждандар менән әңгәмә мәлендә, Дыуанда өлкәндәрҙе дауалау өсөн өҫтәмә урындар бүлеү мөмкинлеге утраһында ла әйтелде. Тик бының өсөн документтар әҙерләп тапшырырға ғына кәрәк. Ә бына Стәрлетамаҡтағы физик культура техникумының ябылыу мәсьәләһе Башҡортостан етәкселегенең айырым иғтибарында. Силәбеләге юғары уҡыу йорто бүлексәһендә белем алған студенттар яҙмышы хәл ителгән. Улар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Граждандар менән видеобәйләнеш ярҙамында бирелгән барлыҡ һорауҙар ҙа хәл ителәсәк.