Был турала «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тимер юл вокзалдары дирекцияһы етәксеһе Виталий Вотолевский белдерҙе. Проект хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу. Өфөләге тимер юл вокзалы бинаһын яңыртыуҙың беренсе өлөшөнә ҡала яғынан инеү урынында дүрт пандус ҡуйыу, һәр ҡатта, шул иҫәптән инвалидтар өсөн дә бәҙрәф бүлмәләрен эшләү, һыу тәьминәте селтәрен һәм ямғыр һыуы канализацияһын монтажлау инә. Икенсе өлөштә йәйәүлеләр тоннеле, платформалар яңыртыласаҡ. Өсөнсө өлөштә йәйәүлеләр тоннелен оҙайтыу һәм яңы платформа төҙөү ҡарала.
Өфөлә тимер юл вокзалын төҙөкләндереү Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланасаҡ
Тулыраҡ: Өфөлә тимер юл вокзалын төҙөкләндереү Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланасаҡ