Мультимедия паркын уҡыусылар һәм студенттар бушлай файҙаланасаҡ

Тулыраҡ: Мультимедия паркын уҡыусылар һәм студенттар бушлай файҙаланасаҡ

Ойоштороусыларға был бурысты Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә йөкмәтте. “Рәсәй – тарихым” паркы башҡалала бынан биш ай элек асылғайны. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект программаһына ярашлы төҙөлдө. Тере дәреслекте әлегә ике меңләп кеше ҡулланған. Рәсәйҙең мең йыллыҡ тарихын бында 900 берәмек техника панорамаға сығара. Мауыҡтырғыс һәм киң күрһәтмәле тере асбапты балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән “уҡый”. Илдең быуаттар төпкөлөнән алып бөгөнгә тиклемге тарихын һынландырған был берҙән-бер мультимедия комплексы. Музейҙан айырмаһы – ҡунаҡтар мәғлүмәт тыңлап-ҡарап ҡына түгел, ваҡиғалар шаһиты була, фильм йә анимация ҡарай, тарихты белеү ярыштарында ҡатнаша ала. Был парктың бер кәмселеге бар – хаҡы ҡиммәт. Хәйер, етәкселек яңы йыл алдынан башҡала халҡы һәм ҡунаҡтарға бүләк әҙерләгән.Тарих паркы бер-ике экспозиция менән генә сикләнмәй. Бында ғаилә, төркөм менән ял итеү шарттары ла, тарихтан берҙәм дәүләт һәм дөйөм дәүләт имтихандарына интерактив әҙерлек мөмкинлектәре лә бар. Ойошмалар өсөн үҙенсәлекле хеҙмәттәшлек саралары тәҡдим ителә. Ижади берекмәләр араһынан әле республиканың рәссамдар берләшмәһе менән килешеү төҙөлгән.Был залда бөгөндән тарихи парк галереяһы асыла. Мультимедия паркында ҡунаҡтар Башҡортосстан рәссамдарының ижади берләшмәһе күргәҙмәһе менән таныша ала. Инеү бушлай.Әлегә беренсе сәнғәт күргәҙмәһе декабрь аҙағына тиклем эшләй. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләсәктә был залда төрлө осрашыуҙар үткәреү ҙә ҡаралған. 7 мең квадрат метр майҙанды биләгән һәм донъяла тиңе булмаған мультимедия комплексында иһә тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға яңы йылдан йәнә яңы бүләктәр көтөлә.