Ҡалала акрил кислотаһы етештереүсе завод асылды. Ул илдә иң ҙуры һанала һәм йылына 80 мең тонна бутилакрилат, 35 мең тонна туңдырылған акрил кислотаһы сығарырға һәләтле. Бында яңы эш урындары ла булдырылған. Хеҙмәт хаҡы уртаса 30-35 мең һум. Предприятие заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм төҙөлөштә япон технологиялары ҡулланылған.Бында барлыҡ экологик талаптар ҙа үтәлгән. Завод төҙөлә башлағанда уҡ, уны Башҡортостан башлығы етди контролгә алды. Акрил кислотаһынан ғәҙәттә буяуҙар, һауыт-һаба таҙартыу шыйыҡсалары, пластик һәм полиэтилен эшләйҙәр.Быға тиклем Рәсәйҙә Нижегородка өлкәһендә ошондай предприятие бар ине. Салауат ҡалаһында асылған яңы завод йылына 80 мең тонна акрил кислотаһы, 80 мең тонна бутилакрилат һәм 35 мең тонна туңдырылған акрил кислотаһы сығарырға мөмкинлек бирә. Билдәле булыуынса, был продукция подгузниктар, шәхси гигиена әйберҙәре, йорт һәм автомобиль сәнәғәте кәрәк-яраҡтары етештереүҙә ҡулланыла.Салауатта “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы ла уңышлы эшләй. Ошо көндәрҙә бында аллея яңыртылды.Салауат музыка колледжы ла яңы төҫ алды. Учреждение бинаһына капиталь ремонт эшләнде. Ә студенттар өсөн яңы инструменттар алынған.
Салауаттың һалым түләү ҡеүәте арта
Тулыраҡ: Салауаттың һалым түләү ҡеүәте арта