Республикала муниципаль берәмектәр араһында халыҡ-ара фестивале старт алды. Беренселәрҙән булып Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Учалы районы эстафетаны хәйбуллаларға тапшырҙы. Марафон Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Фестивалға беренеселәрҙән булып Учалы районы старт бирҙе.Райондың тарихы менән таныштырыу, билдәле шәхестәр менән аралашыу, Учалы еренән килтерелгән тауарҙар күргәҙмәһе. Былар барыһы ла бер майҙанда ойошторолдо.Сара быуындар күсәгилешлеген дә тәьмин итергә тейеш. Мәҙәниәт министрлығы, муниципалитет хакимиәттәре “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитеты менән берлектә ойошторған фестивалде артабан Хәйбулла районы дауам итәсәк.“Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан”. Республиканың йөҙ йыллығына арналған мәҙәни эстафета 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына төп әҙерлек сараларының береһе. Уның сиктәрендә һәр 54 район үҙенең мәҙәни һәләтен күрһәтә, республикаға нигеҙ һалыуҙа өлөш индергән шәхестәрен иҫкә ала.
Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан
Тулыраҡ: Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан