Мишлен, Пирелли, Гуд-Ер, Нокиан шиналары Башҡортостан сеймалынан эшләнә

Тулыраҡ: Мишлен, Пирелли, Гуд-Ер, Нокиан шиналары Башҡортостан сеймалынан эшләнә

Туймазы ҡалаһындағы “Туймазытехуглерод” предприятиеһы Рәсәй генә түгел, донъя автоконцерндарын техник углерод менән тәьмин итә. Реакторҙарҙағы температура, бөтә күрһәткестәр махсус мониторҙа. Эшселәргә бер нисә йыл элек ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып иҫке ҡоролмаларҙа эшләргә тура килһә, бөгөн барыһы ла автоматлаштырылған. Һуңғы 10 йыл эсендә завод тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Предприятие етәкселәре, тәү сиратта, тирә-яҡҡа зарарлы мәтдәләр ташлауҙы 10 тапҡырға кәметеүгә өлгәшә.

Был һауыттағы углерод резина етештереүҙә ҡулланылған төп элементтарҙың береһе. Заводта етештерелгән сеймал барлыҡ халыҡ-ара стандарттарына тура килә. Ул Германия, Польша, Төркиә, Нидерландтар һәм тағы ла тиҫтәләгән ил заводтарына оҙатыла. Тик башта лаборанттар химик элементы махсус ҡормалдарҙа етди тикшерә.Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ил аяҡҡа баҫҡан дәүерҙә булдырылған завод 60 йыл эсендә бер өҙлөкһөҙ эшләпк илә. Бөгөн ул яңырыу юлында. Сит илдәрҙә көнәркәштәр булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы 3 йыл эсендә завод экспорт күләмен дә арттырған.Етештерелгән тауарҙарҙың 37% сит илдәргә оҙатыла. Алдағы йылдарҙа был һанды 60% тиклем еткереү планы ҡуйылған. Рәсәйҙә был төр продукция етештергән ни бары ике предприятие бар. Туймазы заводында сығарылған техник углеродтан етештерелгән резиналарҙа бөгөн, донъяның билдәле автомобилдәре елдерә.