Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙа

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙа

Төрлө ил студенттары үҙҙәренең оҫталыҡтарын яраланған йөрәккә операция яһауҙа күрһәтә. Олимпиаданың төп маҡсаты – талантлы студенттарҙы асыҡлау һәм буласаҡ табиптарға артабан үҫешергә ярҙам итеү. Бишенсе курста белем алыусы Илдар Кадаев бала саҡтан уҡ табип һөнәрен һайлаған. Олимпиада 11 конкурстан тора. Шуларҙың береһе – яраланған йөрәккә студенттар 20 минут эсендә операция яһап, кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалырға тейеш.Олимпиадаға килгән буласаҡ табиптар эндоскопия конкурсында ла көс һынашты. Махсус аппарат ярҙамында улар тәғәйен һындар ҡырҡты.Хирургия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында барлығы 21 команда ҡатнашты. Улар араһында германия, Ҡырғыҙстан, Ҡытай студенттары бар. Конкурс ике көн дауам итә. Иң яҡшы тип табылған командалар алтын скалпель менән бүләкләнәсәк.