Улар ҡарҙы иретеп эсергә лә риза

Тулыраҡ: Улар ҡарҙы иретеп эсергә лә риза

Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылында йәшәүселәр һыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итә. Һыу бар, әммә ул эсерлек тә, йыуынырлыҡ та түгел. Бысраҡ һыуҙан, етмәһә, түҙеп торғоҙоҙ һаҫыҡ еҫ тә килә. Клеиндар һыу артынан 60 саҡырымға барырға мәжбүр. Ғаилә менән һыуға сәфәрҙе улар видеоға ла теркәп бара. Ошондай хәл инде бер-нисә йыл ҡабатлана. Йәштәр ҙә, ололар ҙа алыҫтан һыу ташып эсергә мәжбүр. Крандан аҡҡан һыуҙа тимерҙың нормаһы бер нисә тапҡырға артҡан. Бынан тыш, төрлө бактериялар үҫешкән һәм химик матдәләр барлыҡҡа килгән. Автомобилдәре булмағандар ошо һыуҙы ҡулланырға мәжбүр. Билмән бешерһәң, уның ҡамыры һорға әйләнә, ти ауыл халҡы. Һыуүткәргестәргә фильтр ҡуйыу, уны таҙартып ҡулланыу ҙа бер-ниндәй ҙә файҙа бирмәй. Кешеләрҙең кер йыуыу машиналары, башҡа электр ҡорамалдары эшлектән сыға. Халыҡ эске органдары ауыртыуға, мунса төшкәндән һуң тән ҡысытыуға зарлана. Иң ҡурҡынысы бындай һыу менән ололар ғына түгел балалар ҙа файҙалана. Наумовка ауыл биләмәһенә ҡараған Васильевкала 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Бында 10 йыл элек йорттарға үҙәкләштерелгән һыу үткәргәндәр. Әммә, һыуүткәргес ҡулсаланмаған, шуға торбалар эстән тутыға һәм һыу боҙола башлаған. Һыу – йәшәү сығанағы тиҙәр. Тик, Васильевка ауылында һыуҙы эсерлек кенә түгел, уның менән йыуынып та булмай. Шуға күрә, халыҡ 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Маҡар ауылынан ташырға мәжбүр. Йәғни, кешеләргә һыуҙың хаҡы алтынға барып төшә.Васильевка ауылында йәшәүселәр ауыл биләмәһенә, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә, мәсьәлә хәл ителмәгән. Властар күп сығымдар талап ителә һәм район бюджетының ғына көсөнән килмәй, тип белдерә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов ауыл халҡының аһ-зарын район хакимиәтенә еткерҙе. Беҙҙең хәбәрсебеҙгә унда ауылға һыу үткәреү проекты киләһе йылға сметаға индерелгән, тип яуап ҡайтарҙылар.