Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе попечителдәр советы алдында йыл һөҙөмтәләре буйынса отчет тотто. Ултырышта ойошманың киләһе йылға пландары ла билдәләнде. Еҙем паркы, бал ауылы, Асҡын боҙ мәмерйәһе. География йәмғиәтенең республика бүлексәһе Башҡортостандың хозур тәбиғәтен, танылған тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларын сәйәхәтсе генә түгел фәнни тикшеренеүсене лә ҡыҙыҡһындырыр кимәлгә күтәреү бурысын үтәй. 2017 йылда ғына ойошманың ошо һәм башҡа үҙенсәлекле объекттар буйынса ҡоролған эшмәкәрлегенең 60-ҡа яҡын төрө башҡарылған. Үткән миҙгелдә башҡарылған эштәрҙең иң мөһимдәрен барлап Камил Йыһаншин Ғафури районы биләмәһендә төҙөкләндерелә башлаған Еҙем тәбиғи паркын, Өфө йылғаһы буйында нигеҙ һалынған Бал ауылын һәм башҡаланың Дим районында ултыртылған эрбэт урманын билдәләп үтте. 280 себер кедры үҫентеләрен яҡташыбыҙ, меценат Миҙхәт Хәсәнов бүләк иткәйне.Географтар менән бер рәттән хәҙер балалар, йәштәр һәм тыуған төйәген һөйгән һәр кем ихлас ҡушыла. Географтар ойошмаһы ҡанаты аҫтында тәбиғәт һәм тарих ҡомартҡыларын тәрән өйрәнергә теләгән башҡа берләшмәләр эшләргә теләк белдерә. Ошондай хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе тип Һаҡаҫҡы һыу аҫты мәмерйәһе оҙонлоғон йәнә 250 метрға дауам итеүҙе танырға мөмкин. Краснокама районында егерменсе быуат башында Париждан Токиоға юлланған француз самолеты ҡалдыҡтарын табыу ҙа географтар менән эҙәрмәндәрҙең берҙәм эшмәкәрлеге.География йәмғиәте ағзалары киләһе йылда ла мауыҡтырғыс эшен дауам итергә ниәтләй. Планда Ағиҙел буйы ярында кесе судно һәм яхталар өсөн гавань төҙөп һыу спорты төрҙәренең заманса комплексын булдырыу, Кушнаренко районы биләмәһендә йәш географтар үҙәген асыу, географтарҙың өсөнсө слетын үткәреү, данлыҡлы Муса Гәрәевтың самолетын тулыһынса тергеҙеү.
Рус география йәмғиәте киләсәккә бурыстар билдәләне
Тулыраҡ: Рус география йәмғиәте киләсәккә бурыстар билдәләне