Былтыр Федераль именлек хеҙмәте, эске эштәр министрлығының берлектәге махсус операцияһы ваҡытында Өфөлә теракт эшләргә йыйыныусы Ишбаев ҡулға алынғайны. Ул “Ислам дәүләте” халыҡ-ара террор ойошмаһы ағзаһы булыуын террор ғәмәле ҡылып раҫларға уйлаған. Ҡулға алыныусы теракт әҙерләгән осорҙа бәлиғ булмаған үҫмерҙе халыҡ күп йөрөгән урында үҙ-үҙен шартлатырға ла өгөтләгән. Һуңынан террор төркөмөнөң башҡа ағзалары ла ҡул алына. Уларҙың береһе енәйәтсел эшмәкәрлекте финанслаған, икенсеһе- шартлатҡыс эшләү буйынса Ишбаевҡа инструктаж үткәргән һәм террор ғәмәленән һуң Сүриәгә сығыу өсөн уға ялған документтар эшләп биргән. Террор төркөмө ағзалары төрлө йылдарға иркенән мәхрүм ителде.
Өфөлә теракт әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе төркөм ағзаларына хөкөм ҡарары сығарылды
Тулыраҡ: Өфөлә теракт әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе төркөм ағзаларына хөкөм ҡарары сығарылды