Владимир Путин беҙҙең президент

Тулыраҡ: Владимир Путин беҙҙең президент

Владимир Путин Түбәнге Новгородта ГАЗ автозаводы коллективы менән осрашыуҙа Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында белдерҙе.Ошо көндәрҙә автозавод үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Владимир Путин данлы юл үткән предприятие хеҙмәткәрҙәрен оло юбилей менән ҡотлап 2018 йылда ил президентын һайлауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтәсәге хаҡында ла белдерҙе.Владимир Путиндың киләһе президент һайлауында ҡатнашасағы тураһындағы белдереүен халыҡ хуплап ҡаршы алды. Владимир Путин илде туплаусы, Рәсәй халыҡтарын уртаҡ маҡсаттар менән берләштереүсе милли лидерға әйләнде. Күп милләтле илебеҙ үҙенең киләсәген тап Владимир Путин менән бәйләй.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Владимир Путиндың президент һайлауында ҡатнашыу ҡарарын тулыһынса хуплай. Владимир Путин илдең киләсәген, тарихта уның миссияһын яҡшы аңлай. Иң мөһиме-Владимир Путиндың ауыр иҡтисади һәм ҡатмарлы халыҡ-ара шарттарҙа ил менән идара итеү тәжрибәһе бар, тине Рөстәм Хәмитов.