Һүҙ транспорт инфраструктураһын үҫтереү хаҡында барҙы. Атап әйткәндә, Өфөнөң көнсығышынан сығыу юлын төҙөү тураһындағы проект тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов банктар, федераль Хөкүмәт менән берлектә эшләү ысулын тәҡдим итте. Дмитрий Медведевта ул хуплау тапты. Республика етәксеһе хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу булған проектты финанслау алымы тиҙ арала табылыр, тигән ышаныс белдерҙе. Уның киләһе йылда уҡ төҙөлә башланыуы ихтимал. Яҡтар шулай уҡ 2021 йылда Башҡортостанда Апимондия форумын үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе.