- Алыҫ араға осоусы ТУ-22 самолеттары Сүриәнең Дейр-эз-Зорра виләйәтенең көньяҡ-көнсығышында “Ислам дәүләте” объекттарын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә боеприпастар тултырылған келәттәр, техника һәм террорсыларҙың терәк пункттары юҡ ителде.
- Яҡутияның холоҡ төҙәтеү колонияһында Том һәм Блейк ҡушаматлы клонлаштырылған эттәр хеҙмәт итәсәк. Бельгия овчаркалары Көньяҡ Кореялағы иң яҡшы эттең күҙәнәктәренән барлыҡҡа килгән. Белгестәр раҫлауынса, Том һәм Джек бик аҡыллы, хужаларының әйткәнен ярты һүҙҙән тиерлек аңлай.
- Фәлестиндың Фатх ойошмаһы төбәктә ҡатмарлы хәл килеп сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Хамас вәкилдәре лә бик ҡаты белдереүҙәр менән сығыш яһаны. Израиль иһә Америка президенты Дональд Трамп Иерусалимды Израиль дәүләте башҡалаһы тип таныр тигән ышаныста тыныслыҡ һаҡлай. Америка президенты Ҡушма Штаттар илселеген Тель-Авивтан Иерусалимға күсерергә ниәтләй.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре