Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү юлдары дөрөҫөн әйткәндә күп, әммә быны яйға һалыу өсөн дәүләт органдарының, урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың йөктө бер үк йүнәлешкә тартыуы мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Ул ваҡытта был төбәк депрессив хәлдә ине. Программаның тәүге өлөшө тамамланыуға — 2016 йылға ыңғай тенденция күҙәтелде. 5 яңы мәктәп һәм 9 балалар баҡсаһы асылды. Етештерелгән тауар күләме артты, 4 мең 300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Төп тармаҡ бында ауыл хужалығы. Агросәнәғәт тармағына ғына 2 миллиард 400 миллион һум бүленгән. Субсидия Балаҡатай районынан Рафаил Ғәлләмовҡа эш башларға ярҙам иткән. Бөгөн йүнсел 30-ҙан ашыу кешене эш менән тәьмин итә. Субрегионда республика урмандарының дүрттән бер өлөшө урынлашҡан, күп өлөшө бөтөнләй эшкәртелмәй. Бөгөнгө форумда урман сәнәғәтен үҫтереү республика программаһына старт бирелде. Ул иң беренсе тап ошо төбәктә һынау үтәсәк. Аҙаҡҡы йылдарҙа төнъяҡ көнсығышта туризмды киңәйтеүгә иғтибар арта. Бында экологияны бысратусы бер предприятие ла юҡ, шул уҡ ваҡытта тәбиғи ресурстар етерлек. Янғантау шифаханаһы базаһында булдырылған тәүге геопарк быға яҡшы этәргес бирергә тейеш.
Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә
Тулыраҡ: Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә