Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыусылары ассоциацияһының 52–се ултырышы йәнә Өфөлә үтә. Төбәк парламенттары депутаттары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре бөгөн округ биләмәләрендә коррупцияға ҡаршы дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙы норматив-хоҡуҡи нигеҙҙә көйләү тураһында фекер алыша.2016-2017 йылдарҙа коррупцияға ҡаршы дәүләт планының үтәлеше, ыңғай һөҙөмтәләр һәм етешһеҙлектәр менән бер рәттән закон сығарыусылар Волга буйы федераль округы төбәктәренең тәжрибәһен дә иҫәпкә ала. Башҡортостан Республикаһы иһә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү тәжрибәһен уртаҡлаша.Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереүгә сират тулыһынса бөтөрөлгән. Ошо турала бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Волга буйы федераль округы төбәктәренең парламентарийҙары менән осрашыуҙа белдерҙе. Улар Өфөлә бер-нисә социаль һәм медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Башҡортостанда социаль сәйәсәт өлкәһендә байтаҡ тәжрибә тупланған. Инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Эшҡыуарҙар социаль объекттарҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүлә. Ололарға һәм ауыр тормош шартарында ҡалған кешеләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Волга буйы федераль округы төбәктәре депутаттары бер-нисә йыл элек асылған “Әсә һәм бала” госпитален дә ҡараны. Бында халыҡҡа заманса ярҙам күрһәтелә. Клиника өр-яңы медицина ҡорамалдары менән тәъмин ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш барышында госпиталдә сабый донъяға килгәйне. Клиника табибы ил етәксеһенә тыуымдың кәмеүе тураһында борсолоп, Әсәлек капиталы программаһын ғәмәлдә ҡалдырыу тураһында һорау биргәйне. Яңыраҡ Владимир Путин уны тағы ла 2021-се йылға тиклем оҙайтты.
Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды
Тулыраҡ: Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды