Юристар белемен тикшерә

Тулыраҡ: Юристар белемен тикшерә

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Башҡортостандың конституция суды менән берлектә студенттар өсөн юридик олимпиада ойошторҙо. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың конституция көнөнә арналған юридик олимпиадала Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты, Сибай, Стәрлетамаҡ филиалдары студенттары үҙ көсөн һынап ҡараны.