11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды

Тулыраҡ: 11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрындағы аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.Ауырғазы районында йәшәүсе ҡулдан эшләнгән прицепҡа ВАЗ машинаһын тейәп китеп барғанда идараны юғалта һәм ҡаршы яҡ юлға килеп сығып Деу Нексияға бәрелә. Әрйәләге ВАЗ машинаһы ла осоп барып тигәндәй Нексияға ҡаҙала. Уның водителе, Краснокама районында йәшәүсе 46 йәшлек ир урында уҡ һәләк була. Һуңынан асыҡланыуынса, аварияла ғәйепле булыусы прицепҡа ВАЗ машинаһының алғы тәгәрмәстәрен генә беркетеп ҡуйған булған. Үткән тәүлектә республика юлдарында 11 юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды.