Импортты алмаштырыу-көн талабы

Тулыраҡ: Импортты алмаштырыу-көн талабы

Өфөлә төбәктәрҙең закондар сығарыу органдары етәкселәре ултырышында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич импортты алмаштырыу йүнәлешендә лә әүҙем эшләү кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан предприятиелары был йәһәттән уңышлы эшләй. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Бабич ошондай предприятиеларҙың береһе-Өфөвита эшмәкәрлеге менән танышты.