Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү өсөн урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың килешеп эшләүе мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде. Ул ваҡытта был төбәк депрессив хәлдә ине. Программаның тәүге өлөшө тамамланыуға — 2016 йылға ыңғай тенденция күҙәтелде. 5 яңы мәктәп һәм 9 балалар баҡсаһы асылды. Етештерелгән тауар күләме артты, 4 мең 300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Төп иғтибар әлбиттә ауыл хужалығына. Агросәнәғәт тармағына һуңғы 5-6 йыл эсендә 2 миллиард 400 миллион һум аҡса бүленгән. Балаҡатай районынан Рафаил Ғәлләмов дәүләт субсидияһын алыусыларҙың береһе. Бөгөн йүнсел 30-ҙан ашыу кешене эш менән тәьмин итә.Үҫеш өсөн төп йүнәлештәр урман хужалығын да үҙ эсенә ала. Субрегионда республика урмандарының дүрттән бер өлөшө урынлашҡан, был потенциал бөтөнләй тиерлек файҙаланылмай. Урман сәнәғәтен үҫтереү республика программаһы иң беренсе тап ошо төбәктә һынау үтәсәк. Төнъяҡ көнсығышты һауыҡтырыуҙа туризмға ла ҙур өмөт бағлайҙар. Бында экологияны бысратусы предприятиелар юҡ, шул уҡ ваҡытта туристар йәлеп итерлек мөмкинлектәр бихисап. Янғантау шифаханаһы базаһында булдырылған тәүге геопарк быға яҡшы этәргес бирергә тейеш. Бай төбәктә ярлы йәшәргә ярамай ти Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышы менән ҡыҙыҡһынған сит ил инвесторҙары.Субрегион иҡтисады үҫешенә эре инфраструктура проекттары этәргес бирергә тейеш. Әле Ҡариҙел аша һалынға яңы күпер күрше төбәктәр менән бәйләнеште яҡынайта.
Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде
Тулыраҡ: Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде