- Дональд Трамптың Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип таныуы сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары башланды. Рамалла ҡалаһында митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн Израиль полицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
- Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” террорсыларын юҡ итеү буйынса бурысты тулыһынса үтәне. Был хаҡта Ҡораллы көстәрҙең генераль штабынан хәбәр итәләр. Рәсәй хәҙер тыныс тормошто тергеҙеүҙә Сүриә халҡына бар яҡлап ярҙам күрһәтергә ниәтләй.
- Мәскәүҙә заманса сәнғәт музейында супер путин исемле күргәҙмә асылған. Унда Рәсәй президентының 30 рәсеме ҡуйылған. Авторҙар әйтеүенсә, уларҙа Рәсәй халҡының ил етәксеһенә мөнәсәбәте саҡылдырылған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре