Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

Тулыраҡ: Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

2019-сы йылда Өфөлә үтәсәк Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына барлыҡ тиерлек объекттар ҙа әҙер. Башҡортостан башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда баш ҡалала төҙөлгән спорт үҙәге тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объект 2018-се йыл аҙағына сафҡа индереләсәк. Спорт үҙәгендә Халыҡ-ара балалар уйындарының фехтование һәм йөҙөү буйынса ярыштары үтәсәк. Бынан тыш, Өфөлә беренсе тапҡыр грек-рим көрәше Халыҡ-ара балалар уйындарына индереләсәк.