Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Тулыраҡ: Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Ойошмаға яңы ағзаларҙы ҡабул итеү тантанаһы республикала асылған Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә үтте. Юнармияның Башҡортостан төбәк штабының бер йылдан ашыу элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан бөгөн республиканың һәр районында кесе ойошмалар әүҙем эшләй. Хәйбулла районында ғына 18 мәктәп уҡыусыһының 270-е йәш армиясылар сафында. Хәрби хеҙмәткә әҙерлек һәм илһөйәр йәштәр тәрбиләләү маҡсатында төбәктәрҙә төрлө ярыштар ойошторола, хәрби-патриотик клубтар эшләй.