Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Тулыраҡ: Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Ҡыш еткәс тә тайыштабандарҙың оҙон йоҡоға китеүе билдәле. Әммә быйыл урмансылар паркында аҫыралған айыуҙар йоҡлай алмай интегә. Шуға ла улар агрессив хәлдә. Михаил ҡушаматлы айыу балаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡышты үткәрә. Парк хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, тәүге ике йылда улар ҡышты ни өсөндөр йоҡламай үткәрә. Урмансылар паркында әле дүрт инә, бер ата һәм бер айыу балаһы йәшәй. Уларҙың һәр береһе айырым ситлектә тотола. Күптәре йоҡлай алмай интегеү сәбәпле, агрессив хәлдә. Шуға ла, хатта, был йәнлектәрҙе ҡарап үҫтергән хеҙмәткәрҙәр ҙә яҡын барырға ҡурҡа.Әйткәндәй, Даша исемле тайыштабан ике көн элек иң беренселәрҙән булып, ниһайәт, йоҡларға ятты. Парк хеҙмәткәрҙәре ояһына яҡтылыҡ төшмәһен өсөн уны бесән менән ҡаплай.Тәбиғәттә йәшәгән айыуҙар ҡышты, ғәҙәттәгесә, бер нимә лә ашамай үткәрһә, ә паркта аҫыралған был йәнлектәргә мал ҡараусылар аҙнаһына ике-өс тапҡыр аҙыҡ бирә. Айыуҙарҙың ҡышҡыһын оҙон йоҡоға китеүе һауа температураһына бәйле. Быйыл тайыштабандарҙың йоҡлай алмай интегеү сәбәбе-ҡыштың оҙаҡ килмәүендә. Әммә мал ҡараусылар әйтеүенсә, үткән йылдарҙа ла тайыштабандарҙың ҡышҡыһын йоҡламаған осраҡтары, йә иһә ҡояш сығып көн йылытһа, серем итеп ятҡан урынынан ояһынан сығыу осраҡтары ла күҙәтелгән.