Әммә белгестәр раҫлауынса, яңы йыл алдынан был ғәҙәти күренеш. Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ризыҡтың айырым төрҙәре 10-15 процентҡа арзанайған. Рәхим Мерәҫов хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй. Рәхим Зәки улы төрлө акцияларға ла ышанмай, үҙе өйрәнгән магазиндарға йөрөүҙе хуп күрә. Һатыусылар аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арзанайҙы, тип белдерә. Уныһы ла боҙола башлаған емеш-еләк. Һатып алыусылар иһә хаҡтар төшөүен үҙендә тоймаған. Тәғәйен ризыҡты интернет селтәре аша ҡарап, акция үткән кибеттә алһаң ғына ниндәйҙер ташламаға эләгеүең мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, байрамдар алдынан ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы, икенселәренә төшөүе ғәҙәти күренеш.Ҡайһы бер тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүен, ә икенселәренә ҡыйбатланыуын хатта һатыусылар ҙа аныҡ ҡына аңлата алмай. Шулай ҙа йәшелсә, еләк –емешкә һуңғы айҙа хаҡтар 15-20 процентҡа арзанайҙы, ти улар.Халыҡ ризыҡтың ҡайһы бер төрҙәренә әле хаҡтарҙың арзанайыуын һиҙмәй. Әммә Яңы йыл һатыусылар аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Нисек кенә булмаһын, халыҡ байрам өҫтәленән баш тартмаясағын улар бик яҡшы аңлай.
Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта
Тулыраҡ: Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта