- Ғыйраҡтың башҡалаһында “Ислам дәүләте” террорсыларын еңеү уңайынан хәрби парад үтте. Унда хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Ил премьер-министры Хәйҙәр әль Әбади ҡарары менән ИГИЛ-ды ҡыйратыу көнө йыл да милли байрам булараҡ билдәләнәсәк.
- Киевта Одесса өлкәһенең экс-губернаторы Михаил Саакашвили яҡлылар маршҡа сыҡҡан. Улар Украина президенты Петр Порошенконы вазифаһынан бушатыуҙы талап итә.
- Американың Техас штатында тәүге тапҡыр ҡар яуған. Ошо сәбәпле бер-нисә ҡала утһыҙ ҡалған. Был штатта һуңғы тапҡыр 2011 йылда ҡар яуған.
- Польшаның көнбайышында Американың хәрби техникаһы батҡаҡҡа батҡан. Любен ҡалаһынан йыраҡ түгел бер машина водителе тормоздарҙы тикшереп ҡарайым тип юл ситенә төшөп китә. Ауыр техника бата. Уны тарттырып ҡарау хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра-хәрби машина түңкәрелә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре