Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды

Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының хәтерен мәңгеләштереүсе мемориалдар Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында барлыҡҡа килде. Подлубово ауылында батыр яҡташ, Иван Полунинды иҫкә алдылар. Советтар Союзы геройына бюст ҡуйылды. Архангель районындағы Валентиновкала авиация маршалы Иван Пстыгоға, Оҙондар ауылында Хәрби Ҡаһармандар хәтерен мәңгеләштереүсе һәйкәлдәр урынлаштырылды. Бөйөк еңеү өсөн йәнен тәнен аямаған яҡташтарына ауылдаштары ла оло хөрмәт күрһәтте. Мемориалдар урынлаштырыу эшен Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Йыл башынан республикала ошондай 6 хәрби һәйкәл ҡуйылған.