Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә тере тарих менән балалар танышыу алыра тейеш тип белдергәйне. Совет районынан йөҙләгән бала тәүгеләрҙән булып уны ҡарай алды. Дәрестәге ялҡытҡыс тестар бында инде бөтөнләй икенсе төҫ ала. Һорауҙар шул уҡ әммә уға яуап биреүе ҡыҙыҡлыраҡ та, күңелле лә. Баш ҡаланың 110-сы синыф уҡыусылары мауыҡтырғыс һәм киң күрһәтмәле тере асбапты үҙҙәренә асып тарихты башҡаса күҙ алдына баҫтыра.Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект программаһына ярашлы төҙөлгән мультимедия музейы илдә тәүгеләр исемлегендә. Беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙән әлеге көнгә тиклемге тарихи ваҡиғаларҙы меңгә яҡын махсус ҡоролма терелтә. Бында балалар тарих тураһында белемде китап биттәрендәге һүрәттән түгел, ә әлеге көнгә хас анимация, фильм, йәнһүрәт аша ала.Ойоштороусылар күргәҙмәне «тере» Рәсәй тарихы дәреслеге тип атай. Экспозиция материалдарын Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән. Үткән аҙнала Республика башлығы бындай мөмкинлекте белем биреүҙә киң ҡулланыу бурысын ҡуйҙы. Бөгөн тәүге төркөм был мөмкинлектән файҙаланды ла инде.Мауыҡтырғыс экспозиция балаларҙа ғына түгел оло кешеләрҙә лә тарихҡа икенсе ҡараш тыуҙыра. Интерактив музейҙы хәҙер һәр уҡыусының килеп күреү уның менән танышыу мөмкинлеге бар.
“Рәсәй – минең тарихым”
Тулыраҡ: “Рәсәй – минең тарихым”