Ә Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. 24 йыл элек күл яны биләмәһе милли паркка әйләндерелде. Ғалимдар тәбиғи парктың экосистемаһын өйрәнеп, уны һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Һыуһылыуҙар төйәк иткән Асылыкүл. Уны халыҡ яратып, төбәктең йөҙөк ҡашы, тип йөрөтә. Риүәйәттәрҙә күлдең эйәһе булыуы хаҡында һөйләнелә. Ул урындағы башҡорттарға бәлә килеүен алдан иҫкәртер булған, тиҙәр. Бик күп мифик легендалар менән бәйле Асылыкүл әле лә тәбиғәт һөйөүселәрҙең яратҡан урындарының береһе һәм һис шикһеҙ уларҙан һаҡсыллыҡ көтә. Тәбиғи парк хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу уларҙың мәҙәнилеген арттыра, тип иҫәпләй һәм был юҫыҡта бер туҡтауһыҙ эш алып бара.Яҙлы-көҙлө күсмә ҡоштар туҡтап ял иткән күл менән бер рәттән парк биләмәһендә Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы ла ята. Ҡасандыр һаҙлыҡта хатта пеликандар оя ҡорған.
70-се йылдарҙа Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы киптерелеп, унан 1 млн. тоннанан ашыу торф сығарыла. Ул ваҡытта был проектты әҙерләгән белгестәр Асылыкүлдең һыу балансының боҙолоуын күҙ алдына ла килтермәгәндәрҙер. Һөҙөмтәлә 600 гектарҙан ашыу ер сәсеүлектәргә лә яраҡһыҙ, тип табыла, шишмәләр ҡорой һәм Асылыкүлдең һыуы кәмей башлай. Быйыл Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһына ярашлы, һаҙлыҡты ҡайтанан һуғарыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла башланы. Проектҡа 16 млн. һум аҡса йүнәлтелгән. Йәйгеһен махсус һыу-техник ҡоролмаһы урынлыштырылды. Тергеҙелгән дамбаға яҡын урындарҙа һыу йыйыла башланы.Биология институты ғалимдары һаҙлыҡтағы һәр үҙгәреште тикшереп, теркәп бара. Уға Рамсар биләмәһе статусы бирелеүе өҫтөндә эшләй. һыу ҡоштары төйәк иткән һыу-һаҙлыҡ биләмәләрен һаҡлауға ҡайтып ҡалған Рамсар конвенцияһы өҫтәлмә мөмкинлектәргә юл аса.Өфө биология институты һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәрен Асылыкүл буйында йыш осратырға мөмкин. Һуңғы сәфәрендә улар экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан алдынғылар менән осрашып, уларҙың шишмәләрҙе һаҡлау буйынса алып барған эшмәкәрлеген баһаланы.Экологик өмәләрҙән, шишмә баштарын кәртәләү кеүек эштәрҙән өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмай.Дәүләкән районында алып барылған экологик эштәрҙең олоһо ла, кесеһе лә һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Ғалимдарҙың һәм урындағы халыҡтың тырышлығы Асылыкүлдең тағы ла бик күп быуын кешеләренең мәнфәғәте өсөн күрһәткән ҙур хеҙмәте булып танылыр.