Ниһәйәт, “Салауат Юлаев” хоккейсылары көйәрмәндәрҙең тауышын ишетте. “Юлаевсылар” Ярославлдең «Локомотив»ын үҙ боҙонда 3 кә 2 иҫәбе менән еңде. Хоккей белгестәре Өфө хоккейсыларының агрессив уйнай башлауын билдәләй. Кисәге уйында Игорь Макаровтың хәләл ефете Лера Кудрявцева алдында мах бирмәй Накладал менән һуғышыуы ла команданы ла ҡыҙҙырып ебәрҙе. Эркка Вестерлунд хоккейсыларҙы мөһим еңеү менән ҡотланы. Көйәрмәндәр социаль селтәрҙә юлаевсыларҙан тап ошондай уйын талап итә.
Рәттән дүртенсе еңеү
Тулыраҡ: Рәттән дүртенсе еңеү