Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың

Тулыраҡ: Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың

Өфөлә йәшәүсе Любовь Дионисьевна үҙ балалары менән фатир өсөн көрәшә. Ире вафат булғкас, бәләкәй ҡыҙы тәҡдиме буйынса, ул иҫке фатирын һатып, яңы торлаҡҡа күсә. Әммә ул милексе түгел түгел. Шуға ла Любовь Дионисьевна урамда ҡалыуҙан ҡурҡа. Любовь Дионисьевна инде өс йылға яҡын үҙ балалары менән фатир өсөн көрәшә. Ике ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биргән әсә ҡарт көнөмдә үҙем ҡарап үҫтергән балаларымдың миңә ҡаршы торасағын күҙ алдыма килтермәгәйнем, тип зарлана.Любовь Дионисьевна һөйләүенсә, тормош иптәше үлеп киткәс, бәләкәй ҡыҙы бер бүлмәле фатирҙы һатып, икенсе торлаҡ алырға тәҡдим итә. Һиңә айырым бүлмә бирәсәкбеҙ тип ышанысына инә. Ҡатын күп уйлап тормай ризалаша.Әммә яңы фатирҙа Любовь Дионисьевна собственник түгел. Шуға ла ул ҡыҙының теләһә ҡайһы ваҡытта ҡыуып сығарыуынан ҡурҡа.Фатир өлөшөнән һәм аҡсанан тыш, яңы торлаҡтағы көнкүреш әйберҙәре лә юҡҡа сыға башланы, ти ул.Элекке фатирҙа йәшәгән ханымдың күршеһе Лидия Кәримованы ла балаларының берҙән-бер әсәһе менән насар ҡыланыуы аптырашта ҡалдыра. Уның һүҙҙәренсә, фатир мәсьәләһе һәм әсәһен бер нимәһеҙ ҡалдырыу һорауы күптән борсоған. Был мәсьәләне хәл итер өсөн Любовь Дионисьевна адвокатҡа мөрәжәғәт итә.Үҙе аяҡҡа баҫтырған, барыһына ла белем бирергә тырышҡан әсәнең ошондай ауыр хәлдә ҡалыуында туғандары ла аптырай.Әйткәндәй, үҙ әсәһе менән балалары бөтөнләй аралашмрға теләмәй ай. Йә телефон алмай, өйҙәренә барһа, өйҙә юҡ тигән яуап ала.Балаларым хаталары өсөн килеп ғәфү үтенһәләр ҙә, был мәңге онотолмаясаҡ, ти Любовь Дионисьевна. Туғандары ярҙамына ҡалған ҡатын был мәсьәләне хәл итер өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай.