Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса Оборона министрлығы Сүриәнән Рәсәй хәрбиҙәрен сығара башланы. Владимир Путин ошо турала Хмеймим авиабазаһында махсус белдереү яһаны. Хәрбиҙәр алдарына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәне, тине ил етәксеһе. Рәсәйҙең Сүриәләге операцияһы 2 йылдан ашыу дауам итте.
  • Европала көслө ҡар яуыу сәбәпле хәрәкәт туҡтаған тиерлек. Францияның төнъяғында транспорт бәйләнеше өҙөлгән. Илдең 32 департаментында елдең тиҙлеге сәғәтенә 150 километрға етә. 120 мең йортта ут юҡ.
  • Италиянан билдәле спортсы Лорени Тибр йылғаһынан 20 метр бейеклектә ҡуйылған ҡорос арҡандан үткән. Ямғыр яуыу һәм көслө ел сәбәпле 135 метрлыҡ юлды үтеү бик ауырға тура килде, әммә һауа шарттары менән көрәштә мин еңеүсе булып сыҡтым, тигән спортсы.
  • Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһында кисен һауаға 1 мең 180 квадрокоптер күтәрелгән һәм яҡтылыҡ шоуы күрһәткән. Шулай итеп, ойоштороусылар донъя рекорды ҡуйған. Былтыр ошо уҡ ваҡытта һауаға 1 мең аппарат күтәрелгән булған.