Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра

Тулыраҡ: Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра

Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Сағыу төҫтөрҙәге уттар балҡыуы, шартлау, һөҙөмтәлә дауахана. Йыл һайын республикала ғына яңы йыл мажаралары тиҫтәләгән күңелһеҙ осраҡ менән тамамлана. Башҡортостанда күңелһеҙ статистика асылған да инде.9 йәшлек Айҙар өсөн 6 декабрь кисе фәжиғә менән тамамлана яҙа. Дуҫы алып килгән уйынсыҡ малайҙың ҡулында шартлай.Баланы тиҙ арала район дауаханаһына, унан Өфөләге күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшереү институтына оҙаталар. Бында эләккән саҡта Айҙар 5 процент ҡына күрергә һәләтле була. Бәхеткә, күҙ алмаһы ныҡ зыян күрмәгән. Ҡотҡарыусылар фейерверк, шартлатҡыстарҙы махсуслаштырылған кибеттәрҙә генә алырға кәңәш итә. Еңел аҡса эшләргә теләп, кеше хәүефһеҙлегенә битараф ҡараусылар ниндәй продукция һатҡанын күп осраҡта үҙҙәре лә белмәй.

Был кадрҙа 14 йәше лә тулмаған ҡыҙҙар ошондай кибеттәрҙең береһенә инеп шартлатҡыс һайлай. Администартив яуаплылыҡ саралары ҡәтғи булыуға ҡарамаҫтан, һатыусы хәүефле уйынсыҡты балаларға тоттороп сығара. Ә бына журналистарҙың инеүен күргәс шунда уҡ аҡланырға тотона. Ҡыҙғанысҡа бындай тикшереүҙәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ҡотҡарыусылар эшҡыуарҙарҙы алдан иҫкәртмәйенсә башҡара алмай, шунлыҡтан да һатыусыларҙың намыҫлы эшләренә ышанырға ғына ҡала. Әммә балаларға, бигерәк тә ата-әсәләргә билдәле әйтемде иҫтә тотоу хәйерле булы ине. Ҡыш бабайға ышан, әммә үҙең хата ҡылма.