Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәте “Ислам дәүләте” яҡлыларҙы ҡулға алды. Улар Яңы йыл байрамы һәм ил президентын һайлауға әҙерлек кампанияһы ваҡтында Мәскәүҙә террор ғәмәле әҙерләгән.

Австрияла газ бүлеү станцияһында шарталу яңғыраны. Бер кеше һәләк булған, 20 кеше йәрәхәтләнгән. Ававрия сәбәпле Италияға, Словенияға һәм Венгрияға газ биреү туҡтатылған.

Ҡырымдың Мриа Ресорт энд Спа отеле донъялағы иң яҡшы комплекс тип табылды. Вьетнамда үткән бүләкләү тантанаһында был отель ике номинацияла еңеү яулаған.

Чита ҡалаһында водителдәр бергә йыйылып “Автоелка” флешмобы ойошторған. Улар яңы йыл шыршыһы формаһында теҙелгән. Флешмобҡа хатта полицияһы машинаһы ла йәлеп ителгән. Уны махсус сигналдарын ҡабыҙып шыршы башына ҡуйғандар.