Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ошо һорауға яуап эҙләп, кисә "Минең телем — дуҫлыҡ теле" тип аталған республика акцияһына ҡушылды. Сәғәт көндөҙгө ун икелә бөтә район, ҡалаларҙа төрлө телдәрҙә туған телгә бағышлап шиғыр юлдары яңғыраны. Дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, уҡыусылар, Башҡортостанда төйәк итеүселәр бер-береһен үҙ телендә сәләмләне. Хәйерле көн,тип сәләмләү һүҙҙәре һәр телдә үҙенсәлекле һәм моңло яңғырай. Был телдәрҙең матурлығын "Минең телем — дуҫлыҡ теле" акцияһында йыл барышында Башҡортостан халҡы ишетәсәк. Был акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бәйләнештә сайтында акцияның төркөмөнә шиғырҙы яҙҙырып һалырға кәрәк.Туған теленә булған һөйөү һәм үҙ телен белеү менән ғорурланыу хистәре видеояҙмалар рәүешендә интернет селтрендә донъя күрәсәк. Акцияны ойоштороусылар Һәр айҙың аҙағында иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусыны билдәләп, йомғаҡлау кисәһенә 12 шиғыр һөйләүсене һайлап алырға ниәтләй. Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт халҡы йәшәй. Уларҙың һәр кеме, оло ҡыуаныс менән, был акцияла ҡатнашырға теләк белдергән.Милләт был мөғжизәне быуындан-быуынға тапшыра килеүсе. Ә халыҡтарҙың үҙ теленә генә түгел, башҡа милләт телдәренә лә ихтирам менән ҡарауы һәм өйрәнергә тырышыуы бала күңеленә һалынған мөғжизәләрҙең иң ҙурылыр.Акция шарттарына ярашлы, шиғыр һөйләүсе милли музыка ҡоралдарына, көйөнә һәм кейемдәренә лә мөрәжәғәт итергә тейеш.Милли мәктәптәрҙең, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе дәррәү башланып киткән “Минең телем – дуҫлыҡ теле” акцияһында киң сағылыш табыр. Акция быуаттар дауамында ишелгән дуҫлыҡ ептәренең ныҡлығын тағы ла бер ҡат иҫбатлар.
Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай?
Тулыраҡ: Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай?