Республика башлығы энергетика системаһы төбәк диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты

Тулыраҡ: Республика башлығы энергетика системаһы төбәк диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостанда Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек ут һүндерелмәйәсәк. Энергетика системаһына бәйле мәсьәлә махсус ойошмаларҙың ныҡлы күҙәтеүенә алынған. Ошо хаҡта бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк энергетика системаһы диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышҡас белдерҙе. Башҡортостан энергетикаһының әлеге эшмәкәрлеген тап ошонда күреп була. Бында шылтыратыуҙар алына, экранда урындағы эштәр күренә. Башҡортостан энергосистемаһының төбәк диспетчер идаралығы. Тап ошонда республика ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙең йылылыҡ-энергетика үҙәктәре, гидростанцияларының әлеге ваҡытта бүлеп сығарған энергияһы тураһындағы теүәл мәғлүмәттәр килә. 4 миллиондан ашыу кешенең йәшәйешен өҙлөкһөҙ тәьмин иткән диспетчерлыҡ ысынлап та, энергосистеманың йөрәге. Башҡортостанда июль айында электр энергияһының һүндерелеүе кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау бөгөн төп маҡсат. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың диспетчерлыҡ идаралығы менән танышыуы барышында ҡыҙыҡһындырған төп һорауҙарҙың береһе ошонан ғибәрәт ине. Белгестәр киләсәктә бындай хәлдәрҙең булмаясағына ышандыра. Башҡортостан электр энергияһын ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы төбәктәр исемлегендә, етештерелгән энергия миллиардтарса киловатт менән иҫәпләнә. Бөгөн тағы бер маҡсат – идара итеү системаһын яңы кимәлгә күтәреү. Бының өсөн ныҡлы нигеҙ ҙә бар.