Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер емерелә башлаған

Тулыраҡ: Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер емерелә башлаған

Шуға ла бер һыҙатта автомобиль хәрәкәте сикләнде, ә ауыр йөк машиналарына бөтөнләй йөрөргә ярамай. Өфө янындағы автомобиль күпере тарихы 1953 йылда башлана. 3 йылдан ул төҙөлөп бөтә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Объект 60 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Әммә, 2014-се йылда уҡ иҫке күпер авария хәлендә тип таныла. Шуға ла быйыл унда хәрәкәтте сикләргә, бер һыҙатты ябырға ҡарар ителгән. Ә ауыр йөк машиналарына бөтөнләй үтергә рөхсәт ителмәй.Күпер 90-сы йылдарҙа уҡ төҙөкләндерелергә тейеш булған. Белгестәр 2004-се йылда ла уның насар хәлдә икәнен хәбәр иткән. Хәҙер инде төүөҙселәргә күперҙе тағы ла бер тапҡыр тикшереп тейешле ҡарар сығарырға ҡушылған. Әлеге ваҡытта беҙ иҫке күперҙең аҫтында һәм ҡап уртаһында торабыҙ. Ул бетондан һәм тимер конструкциянан төҙөлгән. Алтмыш йылдан ашыу ваҡыт эсендә бетон ярыла башлаған. Ул бында асыҡ күренә. Әгәр, күперҙең тимер конструкцияһы сыҙамаһа, ул емереләсәк. Был иһә ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, яңы күпергә лә зыян килеүе бар. Эксперттар әйтеүенсә, ике конструкцияны тоташтырған 8-се терәүҙәге бетон айырылған һәм хәҙер ул арматурала ғына тора. Быға бер-нисә сәбәп бар. Ҡала хакимиәте белгестәре күперҙе кисекмәҫтән төҙөкләндерергә кәрәк, тип белдерә. Проект әҙерләнгән һәм ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Уға ярашлы, ике күпер араһында тағы берәүҙе төҙөү һәм иҫкеһен йүнәтеү ҡарала. Объект хаҡы 6 миллиардтан ашыу һумға баһалана.